2025 йылда тармаҡтың тулайым продукцияһы 144 миллиард һум тәшкил итеп, етештереү индексы былтырғы менән сағыштырғанда 102 проценттан ашҡан. 2030 йылға төбәктә индустриаль һөт фермалары һаны 50-гә, ә тауар һөттөң күләме йылына миллион тоннаға етергә тейеш. Табыш менән эшләүсе индустриаль фермаларҙы төҙөргә теләүселәр федераль ярҙам ала ала, әммә рәсми документтарҙы әҙерләп тапшырыуҙы мөмкин тиклем тиҙләтергә кәрәк.
Дөйөм алғанда, йыллыҡ һауым миллион ярым тонна самаһы тәшкил иткән. Ит етештереү 0,3 процентҡа артһа, омортҡа етештереү 876 миллион данаға еткән. Әлеге ваҡытта республиканың төрлө райондарында күләмле инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла. Бынан тыш, хужалыҡтар быйыл 6 200 баштан ашыу һыйыр малы һатып алған. Тоҡомсолоҡ эше лә планлы рәүештә алып барыла.
Сара сиктәрендә белгестәр төбәктең биологик хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләһе, һөт комплекстары төҙөү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Йәштәр менән профориентация эшен мәктәп эскәмйәһенән башлау кәрәклеге лә иғтибарға алынды. Малсылыҡ тармағында табышлы эшләү алымдары барланды. Эшҡыуарҙар тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә үҙ продукцияһын тәҡдим итте.