Красный Луч биләмәһендәге мәктәптә капиталь ремонт тамамланды

Ел-ямғырҙар хәҙер ҡурҡыныс түгел, тырышып уҡырға ғына ҡала. Башҡортостан шефлыҡҡа алған Красный Луч ҡалаһы биләмәһендәге Софиевский ҡасабаһы мәктәбендә ҡыйыҡты яңыртыу эштәре тамамланды. 1938 йылда төҙөлгән белем усағы нигеҙенән алып таушала башлаған. Тәҙрәнән елдәр өрһә, ҡыйыҡтан ямғыр үтәнән үтә яуып торған. Республика ярҙамы менән мәктәп ниһәйәт төҙөкләндерелде. Луганск халыҡ республикаһынан Айнур Кәбиров яҙмаһы.

Ҡулдарҙы өҫкә күтәреү, муйынды борғолау һәм күп тигәндә сүгәләү. Физкультура дәресе лә парта артында ғына. Ә бит малай һәм ҡыҙҙарҙың рәхәтләнеп һикерер туп уйнар йүгерерсағы. Бигерәк тә спорт менән шөғөлләнгән үҫмерҙәр өсөн физик культура дәресенең таҡта алдында ғына үтеүе ситлеккә тиң.

Ләкин парта артындағы физкультура дәрестәренә күп ваҡыт ҡалмаған. Спорт залында әле төҙөлөш материалдары һаҡлана. Улар урынлаштырылып бөтөү менән майҙансыҡ тәғәйенләнеш буйынса эшләй башлаясаҡ. өҙөүселәр әле күләмле ремонтты тамамлу алдында. Мәктәптә тулыһынса тәҙрәләр, ишектәр алмаштырылған. Ниәйәт балалар дәрестәрҙә өҫкө кефемен сисеп ултыра.

Ҡыйыҡта ла эштәр теүәлләнгән. Эшселәр фронтондарҙы көпләү меннән мәшғүл. Ҡышҡылыҡҡа тулыһынса әҙер инәбеҙ, ти уҡытыусылар. Ә киләһе йыл инде эштәр тағы ла дауам итәсәк. Ни тиһәң дә 1938 йылда төҙөлгән белем усағы үҙ тарихында бер ремонт та кисермәгән.

Әле Софиевский ҡасабаһы мәктәбендә етмешкә яҡын бала уҡый. Белем усағының төҙөкләндерелеүе уҡыу процесын ғына түгел, демографик хәлделә көйләйәсәк, ти уҡытыусылар. Күрше ауылдарҙан килеп тап ошо мәктәптә уҡырға теләүселәр ҙә бар.

Айнур Кәбиров