Стәрлетамаҡтар махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау алып барҙы

Был турала район хакимиәте башлығы Эмил Шәймәрҙәнов хәбәр итә. Ярҙам әҙерләүҙә предприятиелар, ойошмалар, эшҡыуарҙар, ирекмәндәр ҡатнашҡан. Фронтҡа ике автомобиль, квадроцикл, мотоцикл, генераторҙар, маскировка селтәрҙәре һәм башҡа кәрәк-яраҡ оҙатылған. Махсус операция башланғандан һуң ҙур гуманитар ылауҙарҙан тыш, ведомстволарҙан 647 йөк һәм 126 автомобиль алып барылды, ти Эмиль Шәймәрҙәнов.