Өфө дәүләт нефть техник университеты студентынан өҫтәл уйыны. Өсөнсө курс студенты Юлиә Яковлева проектын дуҫтары ярҙамы менән тормошҡа ашырған. Үҙенең проектын ул «Твой ход» бөтә Рәсәй студенттар конкурсында тәҡдим итә, еңеүселәр иҫәбенә инә. Уйынды эшләүгә бер-нисә ай ваҡыт талап ителгән.
Өҫтәл артындағы һәр уйынсы асылда нефть һәм газ компанияһы етәксеһе. Маҡсат-конкуренттарҙы уҙып китеп, мөмкин тиклем күберәк аҡса эшләү. Нефть сығарыуҙан алып һатыуға тиклем тулы цикл үтергә кәрәк. Унда ятҡылыҡ табыу, скважиналар быраулау, экологик хәүефте кәметеү, нефть ташыу һәм уны әҙер продукция итеп эшкәртеү инә. Ҡағиҙә боҙоу осраҡтары өсөн штраф балдары ла ҡаралған. Әйткәндәй, Юлиә уйынды нефть-газ өлкәһенең төрлө тармаҡтарына таратырға иҫәп тота. Өҫтәл уйыны балаларға һөнәр һайлауҙа ярҙам итәсәк.