Райкомдың беренсе секретары. Баймаҡта оҙаҡ йылдар партияның район комитетын етәкләгән Рәйес Имамов тураһында китап сыҡты. Баҫма шәхестең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Буранбай Күсәбаев, Ирек Бикмәтов, һәм Гүзәл Ниғәмәтова сираттағы биографик белешмә яҙҙы. Уның геройы-партия район комитетының беренсе секретары Рәйес Имамов. Баймаҡтарҙа был осор әүҙем үҫеш йылдары булараҡ иҫтә ҡалған.
«Райкомдың беренсе секретары» китабының исем туйы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында үтте. Уның бинаһы ла тап Рәйес Имамовтың районда эшләгән мәлендә төҙөлгән. Авторҙар менән осрашыуға уның хеҙмәттәштәре, яҡындары килде.
Рәйес Имамов-Баймаҡ районының социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергән партия эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы хөрмәтле лидер. Китап иһә, үҙ сиратында, яҡшы эҙ ҡалдырған көслө шәхескә һәйкәл булып тора.