Өфөлә Башҡортостандың дәүләт академия симфония оркестры VII ҡышҡы фестивалгә йомғаҡ яһаны

Ижади коллектив ай дауамында донъя музыка әҫәрҙәрен тәҡдим итте. Рәсәйҙең күләмле мәҙәни ваҡиғалары исемлеген биҙәгән фестиваль йыл һайын күренекле музыканттарҙы бергә йыя. Йола буйынса махсус концерт программа менән оркестр республика район-ҡаларына ла гастролгә сыға. Был юлы улар Нефтекама ҡалаһы тамашасыһы алдында сығыш яһаны. Быйылғы ҡышҡы мәҙәни осрашыу совет композитор мәктәбенең ике күренекле вәкиле-Георгий Свиридов менән Арам Хачатуряндың юбилей даталарына арналды.