Өфөлә Яңы йыл майҙансыҡтары асыла. Тәүгеләрҙән булып байрам алды ҡыуанысын баш ҡала халҡы Ленин районының «Тулҡын» паркы алдында кисерҙе. Майҙансыҡ былтырғы йыл менән сағыштырғанда күпкә сағыуыраҡ. Бер юлы бында Ҡыш бабай резиденцияһы тәүге кескәй ҡунаҡтарын да ҡабул итте. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Байрамса кәйефте сатлама һыуыҡ ҡурҡыта алмай. Яңы йыл ҡупшыҡайы биҙәлгән майҙанды асыу һәр кем өсөн ҡыуаныслы ваҡиға.
Ошонда уҡ Ҡыш бабай резиденцияһы ла рәсми асылды. Ҡыҙҙар-малайҙар сират тороп шиғыр һөйләне, Яңы йыл йырҙарын башҡарҙы. Әлбиттә, бер кем дә күстәнәсһеҙ ҡалманы.
Ҡыш бабай резиденцияһы Яңы йыл байрамдары тамамланғансы эшләй. Шулай уҡ «Тулҡын» паркында Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡатнашлығында төрлө мәҙәни программалар ҙа ҡаралған.
Өфөнөң Ленин районы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, яҡын арала Яңы йыл майҙансығы тағы бер нисә арт-объект менән тулыланасаҡ. Республика район-ҡалаларында көтөлгән саралар планы менән тулыраҡ «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталында танышырға мөмкин.
Азат Ғәлиуллин