Был турала вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе. - Иген һәм ҡуҙаҡлы культураларға, шәкәргә хаҡ төшә. Ошондай шарттарҙа малсылыҡты үҫтерергә кәрәк. Һөтсөлөк оҙаҡ йылдар тармаҡ үҫеше нигеҙе буласаҡ. 2030 йылға республикала 50 индустриаль һөт фермаһы асылырға тейеш. Йылына миллион тоннанан ашыу һөт етештереү бурысы ҡуйыла. Бындай фермалар өсөн кәмендә миллион гектар баҫыу кәрәк. Һөтсөлөктө үҫтереү, индустриаль фермалар төҙөлөшө - алдағы йылдарҙа төп бурыс, - тине Илшат Фәзрахманов.