"Урмандарҙы һаҡлау" проекты буйынса федераль үҙәктән 88 миллион һум бүленгән

 Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә,  2019-2024 йылдарҙа  республикала 93 мең гектарҙан ашыу урман тергеҙелгән. 700 техника һәм ҡорамал алынған. Бының өсөн миллиард һумдан ашыу  аҡса тотонолған.  - Урмандарҙы һаҡлау буйынса быйыл билдәләнгән план үтәлде, - тип белдерелде ултырышта.