Өфөлә Яңы йыл каникулында халыҡ йөрөгән урындарҙа полиция дежуры ойошторола

Автоинспекция водителдәрҙе тикшерәсәк. Был турала Эске  Эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығынан хәбәр итәләр. - Яңы йыл байрамдарында полиция көсәйтелгән тәртиптә эшләй, байрам майҙансыҡтарында хәүефһеҙлек саралары күрелә. 6 һәм 7 ғинуарҙа, Раштыуы ваҡытында ла тәртип һаҡлауға иғтибар ҙур була.