Уның маҡсаты - үҫмерҙәргә һөнәр һайларға ярҙам итеү. Саралар "Йәштәр һәм балалар" милли проектына ярашлы уҙғарылған. 120 меңгә яҡын бала асыҡ ишек көндәрендә ҡатнашҡан, бер нисә йөҙ экскурсия ойошторолған. Мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин белдереүенсә, был проектты ғәмәлгә ашырыу барышында һөнәр тураһында мәғлүмәттәр бирелә, һәр баланың ижади һәм техник һәләттәре асыҡланып, улар өсөн шәхси тәҡдимдәр әҙерләнә.