Республикала инвалид-ветерандар өсөн 51 йорт йыһазландырылған

  Был турала "Башҡортостан" махсус хәрби операцияла  ҡатнашыусылар ярҙам  үҙәге  директоры  урынбаҫары  Ирек  Зарипов  белдерҙе.  Уның әйтеүенсә, бындай эг дауам итә.  Комиссия  ветерандарҙың йорт һәм фатирында  була,  тейешле документтар әҙерләнә.  Уларға ярашлы, торлаҡ  янғын иҫкәреү приборы, һыу  һәм  газ иҫәпләү ҡоролмалары менән йыһазландырыла, шулай  уҡ аҡыллы  колонка, саң һурҙырғыс-робот һәм башҡа кәрәк-яраҡ алына.  Һәр ветерандың ихтыяжы айырым ҡарала, тине  Ирек Зарипов.