Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәүгә эш сәфәре барышында республиканың милли һәм федераль проекттарҙа ҡатнашыу йомғаҡтары менән таныштырҙы.
Был турала ул үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә хәбәр итте. Төбәктәр үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышын Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин уҙғарҙы. «Комуналь инфраструктураны төҙөкләндереү һәм модернизациялау, юл төҙөү һәм ремонтлау, торлаҡ һәм социаль объекттар төҙөлөшө ил Президенты һәм Хөкүмәте ярҙамына башҡа мөмкин булмаҫ ине. Был республика иҡтисады һәм социаль өлкәне үҙгәртеүҙә етди ярҙам», тип яҙған Радий Хәбиров.