Күҙ ауырыуҙарын яңыса. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми- тикшеренеү үҙәгенең йыл башында асылған бүлегендә алты йөҙгә яҡын пациент дауаланған. Бүлектә офтальмология буйынса операцияһыҙ дауалау алымдары ҡулланыла.
Күҙ ауырыуҙарын консерватив дауалау- республикала офтальмологик ярҙам күрһәтеүҙә яңы баҫҡыс. Ул хирургияһыҙ ғына күреү һәләтен һаҡлауға һәм тергеҙеүгә йүнәлтелгән. Был алым төрлө ысулдарҙы һәм техникаларҙы үҙ эсенә ала.
Филзә Әхәтова бүлектә бер аҙна дауалана. Бында күҙҙәре күрмәй башлағас килеп эләккән. Йәшәү урыны буйынса күҙ табибы тикшергәндән һуң уны шул көндә үк үҙәктең яңы бүлегендә дауаланыуға ебәргән.
Пациенттар глаукома, диабетик ретинопатия, күреү нервыһы атрофияһы һәм башҡа күҙ ауырыуҙарынан дауалана, шулай уҡ операциянан һуң реабилиттация үтә.
Бүлектә озон, медикаменттар, физотерапия һәм күҙәнәк биотехнологиялары, лимфотерапия ярҙамында комплекслы дауалау ойошторолған.
Консерватив дауалау алыу өсөн колл -үҙәктең 8(347)2-86-53-03 телефон һандарына шылтыратып яҙылырға була.
Рәмилә Исмәғилева