Фекер алышыу Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында уҙҙы. «Берҙәм Рәсәй»ҙең партия проекты сифатлы ярҙам күрһәтеү, медицина өлкәһендә тыуған мәсьәләләрҙе дәүләт кимәлендә хәл итеү менән шөғөлләнә. «Сәләмәт киләсәк» проекты нигеҙендә «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программалары тормошҡа ашырыла. Медицина өлкәһенә белгестәр әҙерләү-көнүҙәк һорау. Был йәһәттән маҡсатлы уҡытыу буйынса программа камиллаштырыла, тине Дәүләт думаһы депутаты Римма Үтәшева.
Бынан тыш, табиптарҙың квалификацияһын күтәреү ҙә «Сәләмәт киләсәк» проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.
Ултырыш барышында бер төркөм медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт хаттары тапшырылды. Атап әйткәндә, махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам күрһәткән, инфекция сирҙәре тураһында мәғлүмәт эше алып барған һәм йыл дауамында партия проектының сараларында әүҙем ҡатнашҡан табиптар бүләкләнде.