Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йортонда парламент тематикаһын яҡтыртҡан журналистар конкурсы еңеүселәре бүләкләнде. Парламент рәйесе Константин Толкачев тантана алдынан ҡануни эшмәкәрлек, ҡабул ителгән һәм ҡаралған закон проекттары менән таныштырҙы, журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Ул республика матубғат баҫмаларының эшмәкәрлеген юғары баһалап, журналистарҙың парламентты халыҡ менән бәйләп тороусы күпер булыуын билдәләне. Граждандар ҡабул ителгән закондар менән файҙалана алһын өсөн уларҙың яңы ҡануни документтар хаҡында хәбәрҙар булыуы мөһим, тине Константин Толкачев.
Парламент тематикаһын яҡтыртҡан журналистар араһындағы конкурс еңеүселәре өс номинация-телевидение һәм радио, баҫма матбуғат саралары, интернет селтәрҙәге сайттар араһында билдәләнде. Бүләкләнеүселәр араһында коллегабыҙ, «Яңылыҡтар» хеҙмәте хәбәрсеһе Флорида Миһранова ла бар. Конкурстағы еңеү тотош редакцияның хеҙмәтенә юғары баһа, был награда артында операторҙарҙың да, монтажерҙарҙың да, мөхәррирҙәрҙең дә эше ята, ти Флорида Даларис ҡыҙы.