Иглин районы халҡы 15 тоннанан ашыу йөк тейәгән 57-се гуманитар ылау ойошторҙо

Яңы йыл бүләге махсус операцияла хәрби бурысын үтәгән яҡташтарына тәғәйенләнгән. Был юлы яугирҙарға машиналар, мотоциклдар, квадракоптерҙар, генераторҙар, төҙөлөш материалдары һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тупланған. Район ирекмәндәре маскировка селтәрҙәре, дронға ҡаршы юрғандар, шулай уҡ башҡорт балы, ҡайнатма һәм тәм-томдар менән яңы йыл бүләктәре әҙерләгән. Мәктәптәр ҙә ситтә ҡалмай. Уҡыусылар һәм уҡытыуслар шулай уҡ окоп шәмдәре эшләй һәм яңы йыл ҡотлауҙары менән бик күп хаттар яҙа.

Ватан һаҡсыларына ярҙам Курсктан алып Херсонға тиклем бер нисә өлкә буйлап үтә. Сираттағы тапҡыр гуманитар конвойҙы Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова оҙатып барҙы. Һалдаттарға йөк машинаһы, ике «Газель» һәм прицеплы ике автомобиль тапшырылды. Йыйылған әйберҙәр иглиндәр хеҙмәт иткән алғы һыҙыҡтағы 100-ҙән ашыу нөктәгә таратылды.