Балаларҙы театр фойеһында уҡ Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡаршы алып, уларҙа тәүге минуттарҙан байрам кәйефе тыуҙырырға ашыҡты. «Ватанды һаҡлаусылар» фонды ойошторған тамашаға махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың ғаиләләре лә саҡырылғйны. Яңы йыл әкиәте һәр кемдең күңеленә хуш килде.
«Беатрис Поттерҙың тылсымлы әкиәттәре» тип аталған яңы тамашала сәхнә оҫталары менән бергә йәш артистар ҙа уйнай. Улар театрҙа ойошторолған «Ҡурсаҡ театры» балалар студияһы тәрбиәләнеүселәре. Сюжет буйынса төп героиня Беатрис Поттер тылсымлы уйынсыҡтар кибете аша персонаждар менән тулы әкиәт урманына барып юлыға һәм уларҙы мәкерле Тролдән ҡотҡара. Мажаралы спектакль балаларҙа мөғжизәгә ышаныу тойғоһо уята, изгелектең һәр ваҡыт яманлыҡты еңеүенә ышанысын арттыра.