Республиканың баш ҡалаһы ҡунаҡтарҙы тәүҙә көслө ҡар, һуңынан сатлама һыуыҡтары менән ҡаршыланы. Һауа шарттарын иҫәпкә алып, тәүге көндө федерация ағзалары атлеттарға һынау һикереүе эшләргә һәм ни бары бер зачет тапшырырға рөхсәт итте. Иртәгәһенә ике зачет ҡуйылды.
Ил Кубогының Өфө этабында ирҙәрҙән 24 спортсы, ҡатын-ҡыҙҙарҙан -7 атлет ҡатнашты. Улар араһында Рәсәй һәм халыҡ-ара спорт мастерҙары, шулай уҡ саңғыла трамплиндан һикереү буйынса милли команда ағзалары ла бар ине. Һөҙөмтәлә Түбәнге Новгород өлкәһе вәкилдәре барлыҡ һынауҙарҙы ла уңышлы үтеп, ике алтын һәм ике көмөш миҙал яуланы. Параллель зачет менән Башҡортостан һәм Мәскәү өлкәһе өсөн сығыш яһаусы Данила Букин бронза призеры исеменә иреште. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан беренсе урын Магадандан Дарья Червоная менән яҡташыбыҙ Анастасия Беляковала. Өфөнән Алена Богданова шулай уҡ ике бронзаға лайыҡ булған.