"Роснефть" кә ҡараған «Башнефть» ойошмаһы “Ҡыш бабай бүләге” акцияһын иғлан итә

Был акция барышында хеҙмәткәрҙәр приюттарҙағы, балалар йорттарындағы, социаль-реабилитация үҙәктәрендәге балаларға бүләк тарата. Әлеге мәлдә 15 меңгә яҡын әүҙем ирекмән бар. Хәйриә йыйымдарында ҡатнашҡан ирекмәндәр иһә тиҫтәләрсә мең иҫәпләнә. Улар  балаларға һәм ветерандарға ярҙам итә, экологик һәм спорт йүнәлешендәге проекттарҙа ҡатнаша, донорлыҡта ла әүҙем.

Декабрҙә “Ҡыш бабай бүләге” акцияһы башланды, ул Яңы йыл байрамы алдынан балаларға хыялдарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Башҡортостан, Удмуртия Республикалары, Свердловск һәм Ырымбур өлкәләре, Ненец автономиялы округында Компания шефлыҡ иткән 20-нән ашыу учреждение эшләй. "Роснефть" кә ҡараған «Башнефть» ойошмаһының “Ҡыш бабай бүләге” акцияһы 2013 йылдан алып үткәрелә.