Башҡортостандан ике китапхана "Алтын кәштә" бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы

Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, юғары баһаға Келәш ауыл китапханаһы лайыҡ булды. Салауат ҡалаһының моделле үҙәк китапханаһы номинацияла иң яҡшыһы тип танылды. Еңеүселәр апрель айында Санкт-Петербургта  бүләкләнә.