Бөгөн Республика Башлығы 20 кешене бүләкләне. Быйыл апрелдә Радий Хәбиров ҡул ҡуйған указға ярашлы, ауыл мәктәптәре директорҙарына йыл һайын 50 грант бирелә. Һәр береһенең күләме - 690 мең һум. - Ауыл мәктәбен етәкләү - ул ауыр хеҙмәт. Ауыл мәктәбе мәғариф учреждениеһы ғына түгел, ул - тормош үҙәге. Йыл һайын бер нисә тиҫтә мәктәпте тәртипкә килтерәбеҙ. Бөрө районында ғына 11 уҡыу йорто капиталь төҙөкләндерелде. Өфөлә 16 мәктәп федераль программаға ҡушылды. Беҙҙең уҡыусылар араһында 100 балл алыусылар арта, тәүге тапҡыр 300 балға ирешеүсе булды. Башҡортостан мәғариф өлкәһендә йылды яҡшы уҙғарҙы, - тине Республика Башлығы.