50 йәш мәктәп директорына аҡсалата сертификат. Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика белем биреү учреждениелары етәкселәренә 690 мең һумлыҡ грант тапшырҙы.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостандың ҙур ҡала-райондарында яңы белем усаҡтары сафҡа индерелә. Шулай уҡ милли проекттар нигеҙендә мәктәптәрҙе капиталь төҙөкләндереү, заманса йыһазландырыу дауам итә. Мәғариф системаһына иғтибар үҙ һөҙөмтәһен бирә. Уҡыусылар араһында Берҙәм дәүләт имтихандарын 100 балға тапшырыусылар, төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа еңеү яулаусылар арта. Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы еңеүселәренә һәм уларҙың уҡытыусыларына түләүҙәрҙе арттырҙыҡ. Уҡыусылары йөҙ балл йыйған педагогтарға Республика Башлығы премияһы түләнә, йәш ауыл уҡытыусыларына гранттар бүленә. Радий Хәбиров мәғариф хеҙмәткәрҙәренә намыҫлы хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уларҙың ауыл тормошон үҫтереү буйынса йәмәғәт эшмәкәрлеген юғары баһаланы.
Осрашыу йылы шарттарҙа үтте, йәш директорҙар Республика етәксеһенә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе, тәҡдимдәрен еткерҙе. Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров мәктәп директорҙарына сертификаттар тапшырҙы. 690 мең һум күләмендәге грант ауыл мәктәптәре араһындағы конкурс еңеүселәренә тапшырыла. Быйыл аҡсалата премияға 50 йәш директор лайыҡ булды.