Бөгөн-Рәсәйҙә Ҡотҡарыусылар көнө билдәләнә. Изге һөнәр эйәләренең күбеһе профессиоаналь байрамдарын эш урындарында ҡаршылай. Уларҙың иңдәренә яуаплы бурыс һалынған-халыҡтың именлеген һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Тантаналы ултырышта ҡотҡарыусыларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Төбәк етәксеһе ҡотҡарыу ведомствоһы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.
Ҡотҡарыусы һөнәре Ер шарындағы иң изге һөнәрҙәрҙең береһе. Өс тиҫтә йылдан ашыу янғын -ҡотҡарыу отрядында эшләгән Зәмил Әлимғолов Күмертауҙа 30 кеше ғүмерен ҡотҡарған. Янғын һүндереүсе ут ялмап алған психо-неврология корпусынан пациенттарҙы сығарған. Ҡыйыулығы өсөн ул Ҡотҡарыусыларҙың һөнәри байрамында Рәсәй президенты указы менән «Янғындағы батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.
Һөнәри байрам уңайынан ҡотҡарыусыларҙы тантаналы ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Янғын һүндереүселәр, водолаздар, диспетчерҙар, кинологтар һәм башҡа хеҙмәткәрҙәргә дипломдар, рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Ҡотҡарыусылар тәүлек әйләнәһенә кешеләрҙең именлеге һағында. Башҡа кешеләргә ярҙам итеү өсөн улар утҡа ла инә, һыуға ла төшә. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә тәүгеләрҙән булып ярҙамға килеүсе хеҙмәткәрҙәр көсө менән төбәктә йыл да тиҫтәләгән, йөҙәрләгән кеше ғүмере ҡотҡарыла.Республика ҡотҡарыусылар көсө менән махсус хәрби операцияға 170 гуманитар ярҙам оҙатылған. Алғы һыҙыҡтағы яугирҙар өсөн ҡотҡарыусылар транспорт саралары, мотоцикл, төҙөлөш материалдары, пилотһыҙ осоу ҡоролмаларынан торған гуманитар ылауҙар әҙерләгән.
Профессиональ байрам көнөндә һөнәри бурысын үтәп һәләк булған ҡотҡарыусылар бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды. 72 йыл элек нефть эшкәртеү заводында янғын ваҡытында ғүмере өҙөлгән 23 ҡотҡарыусының һәм башҡа геройҙарҙың исеме тарих биттәренә уйылып яҙылған. Республика ҡотҡарыусылары бөгөн дә һөнәри бурысын оло яуаплылыҡ, ҡыйыулыҡ һәм тоғролоҡ менән башҡара.
Ф.Миһранова