Радий Хәбиров төбәктең террорға ҡаршы комиссияһы ултырышын үткәрҙе

Яңы йыл байрамдарында йәмәғәт именлеген тәьмин итеү мөһим. Радий Хәбиров төбәктең террорға ҡаршы комиссияһы ултырышын үткәрҙе. Унда республиканың профилле министрлыҡ һәм ведомстволары, оператив хеҙмәттәр һәм көс структуралары етәкселәре ҡатнашты. Республикала 600-гә яҡын яңы йыл майҙансығы эшләйәсәк. Байрам сараларында 150 меңдән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә. Төбәк башлығы йәмәғәт именлеген тәьмин итеү өсөн яйға һалынған ғәмәлдәр кәрәклеген билдәләне. Ул шулай уҡ террорға ҡаршы комиссия ағзаларына һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе, министрлыҡтарҙың, ведомстволарҙың һәм оператив хеҙмәттәрҙең киләһе йылға бурыстарын атаны.