Улар «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектының «Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау» программаһы сиктәрендә һатып алынған. «LADA Vesta» базаһындағы еңел автомобиль дүрт пассажирҙы, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешене ташыуға иҫәпләнгән. Уның өсөн алғы ултырғыс бороу-күсереү механизмы һәм махсус тотҡа менән йыһазландырылған. Әгәр пассажир инвалид коляскаһынан күсеп ултырһа, колясканы йыйып, багажға алып ҡуйырға һәм ҡайыш менән нығытырға мөмкин.