Яңы йылда маҡсатлы йүнәлтмә буйынса медицина вуздарында белем алыусы студенттар дәүләттән өҫтәмә түләү аласаҡ. Түләү федераль законға үҙгәреш индереү һөҙөмтәһендә башҡарыласаҡ. Айлыҡ түләүҙәр күләме академик стипендиянан кәм булмай. Проектты Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы әҙерләгән. Матди ярҙам тәғәйенләү шарты булып республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән маҡсатлы уҡытыу тураһындағы килешеү төҙөү тора. Уға студент дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһына уҡырға ингәндән алып уҡыуҙы тамамлағанға тиклем иҫәп тота ала.