Өфөнөң төп шыршыһы сағыу уттарҙа балҡый. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары ҡатнашлығында үткән сара Ленин исемендәге майҙанда «Ҡыш бабайҙың өс теләге» тип аталған театрлаштырылған тамашанан башланды. Бынан тыш, Ҡыш бабайҙың Өфөләге резиденцияһы ла рәсми асылды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
«Ҡыш бабайҙың өс теләге» тип исемләнгән театрлаштырылған тамаша ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарын мөғжизәле әкиәт иленә алып ҡайтты. Маскарад балында улар бергәләп күңел асты. Быға сатлама һыуыҡ та кәртә була алманы.
Өфөнөң төрлө ойошма-предприятиелары һәм ҡала хакимиәте вәкилдәре әкиәт персонаждары костюмдарын кейеп, ҡала халҡын яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы.
Ҡыш бабайҙың Өфөләге резиденцияһын асыу тантанаһы ла, шулай уҡ күптән көтөлгән ваҡиға булды. Хәҙер һәр бала Яңы йыл тылсымсыһы һәм уның ейәнсәре Ҡарһылыу менән шәхсән аралаша ала.
Әлбиттә, Ҡыш бабай резиденцияһына килеүселәр буш ҡул менән ҡайтманы. Иҫтәлеккә фотоға төшөп, татлы күстәнәстәр алып ҡыуанды.
Азат Ғәлиуллин