Радий Хәбиров «Дәүләт Советы 2.0» рейтингында ТОП-20 губернатор иҫәбендә

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 2025 йыл һөҙөмтәләре буйынса «Дәүләт Советы 2.0» абруйлы рейтингында ТОП-20 губернатор исемлегенә инде. Уның авторы булараҡ «Минченко Консалтинг» коммуникация холдингы сығыш яһай. Эксперттар билдәләүенсә, төбәк властары экология һәм милли мәсьәләләр буйынса ҡаршылыҡ фонын ярайһы уҡ кәметкән. Бынан тыш, Халыҡ-ара кимәлдә Рәсәй-Тажикстан индустриаль технопаркы ойошторолоуы сағыу ваҡиғаға әйләнде. Быға Тура линия барышында ил президенты ла юғары баһа бирҙе. Республика Рәсәй яғынан проекттың төп тормошҡа ашырыусыһы. Шулай уҡ быйыл Башҡортостан кластер үҫеше кимәле буйынса ла Рәсәй төбәктәре милли рейтингын етәкләне.

Әүҙем инвестиция сәйәсәте, көсөргәнешле, яуаплы эш күп етди проекттарҙы тормошҡа ашырыу менән бер рәттән алып барылды. Республика менән идара итә башлаған көндән алып бөгөнгәсә Радий Хәбировтың командаһы күп уңыштарға иреште. Лайыҡлы еңеү. Киләһе йыл һалымдар буйынса күп үҙгәрештәр көтөлә, шулай ҙа республиканың реаль иҡтисади секторы өсөн ул тыныс үтер тигән ҡараштамын

Рөстәм Камалов, Рәсәй хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университетының Өфө филиалы доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты