Өфөлә һыуға батҡан баланы ҡотҡарам тип ғүмере өҙөлгән студенттың ғаиләһе Башҡортостанға килде

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ходжимурод Каландаровтың ғаиләһе менән осрашты. 2020 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетында белем алған студент Ағиҙелдә батҡан баланы ҡотҡарғанда үҙе һәләк була. Төбәк етәксеһе лайыҡлы ул тәрбиәләгәне өсөн ғаиләгә рәхмәт белдереп, Ходжимуродтың батырлығын хөрмәт итеүҙәрен билдәләне.

Октябрҙә Дүшәнбегә эш сәфәре барышында Радий Хәбиров Ходжимурод Каландаровтың туғандары һәм яҡындары менән осрашты. Ул шулай уҡ егет уҡыған мәктәпкә барҙы. Хәҙер ғаилә Башҡортостанға ҡунаҡҡа килгән. Каландаровтар театрҙарҙа, музейҙарҙа һәм аграр университетта булды.