Мосолмандар һәм православ руханиҙары Донбассҡа изге миссия менән барҙы

Изгелек хаҡына. Мосолмандар һәм православ диндәгеләр Донбассҡа барып, зыян күреүсе халыҡҡа ярҙам итеп ҡайтты. Башҡортостан диниә назараты менән Рус православ сиркәүенең Башҡортостан митрополияһы декабрь башында Донецк халыҡ республикаһына сәфәр ойоштора. Уның барышында зыян күргән йорттар тергеҙелә, госпиталдә ярҙам күрһәтелә. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Хәҙрәт һәм батюшкалар ҡулдарына балта-сүкеш алып емерек өйҙәрҙе тергеҙә. Ҡыйыҡҡа шифер түшәйҙәр, тәҙрә ремонтлайҙар, бүлмәләрҙе тәртипкә килтереп, ихатаны таҙартырға ярҙам итәләр. Төрлө дин вәкилдәрен дошмандарҙан зыян күргән Донбасс халҡына ярҙам итеү маҡсаты берләштерә.

Рус православ сиркәүе ойошторған проект күптән тормошҡа ашырыла, әммә Өфө диндарҙары өсөн был тәүге берҙәм сәфәр. Йәмғеһе 22 кешенән торған төркөм Ясиноватая, Донецк һәм Мариуполь ҡалаларында була.

Ике конфессия вәкилдәре аҙна дауамында азат ителгән биләмәләрҙә йәшәүселәргә ярҙам күрһәтә. Ир-егеттәр утҡа тотолғандан һуң зыян күргән тыныс халыҡтың торлағын тергеҙә, ҡатын-ҡыҙҙар башлыса госпиталдәрҙә эшләй, гуманитар ярҙам таратыуҙа ҡатнаша, мохтаждар өсөн аҙыҡ әҙерләй.

Был сәфәр дин вәкилдәре араһындағы сиктәр юҡ икәнлеген иҫбатлай. Иң мөһиме-тыныс халыҡҡа ярҙам күрһәтеү, илебеҙгә Еңеүҙе яҡынайтыу, ти дин әһелдәре. Донбасстан әйләнеп ҡайтыу менән киләһе сәфәргә әҙерлек тә башланған. Киләһе йыл мартта яңы төркөм юлға сығыр тип көтөлә.

Әлфинә Килдейәрова