Өфөлә махсус хәрби операция яугирҙарының ғаилә ағзалары өсөн Яңы йыл тамашаһы үтте

Мөғжизә, тылсым һәм изгелек байрамы. Бөгөн Өфөлә махсус хәрби операция яугирҙарының ғаилә ағзалары өсөн Яңы йыл тамашаһы үтте. Республика район-ҡалаларынан килгән малай-ҡыҙҙар ойоштороусылар тарафынан әҙерләнгән квест-уйындарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Театрлаштырылған тамашанан башланған мәҙәни программала шулай уҡ, әкиәт персонаждары Яңы йыл уйындары һәм конкурстары ла ойошторҙо. Байрамға 3 йәштән 14 йәшкәсә тиклемге балалар Ватан яугирҙары ғаиләләре комитеты тарафынан саҡырылғайны. Мәҙәни сара һуңында уларға байрам күстәнәсе лә таратылды.