Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы яр буйында 900 метр оҙонлоҡтағы һырғалаҡ асыуға әҙерлек бара

Әле биләмә ҡарҙан таҙартыла, боҙ ҡатламы өҫтәп һалына. Ойоштороусылар билдәләүенсә, был Башҡортостандағы иң оҙон һырғалаҡ иҫәпләнә. Үҙ конькиҙарың менән инеү бушлай. Шулай уҡ теләүселәр өсөн эргәлә спорт инвентарын ҡуртымға биреү пункты ойошторолған. Һырғалаҡ тиҙҙән асылып, байрам көндәрендә лә халыҡты көндөҙгө сәғәт 12-нән киске 10-ға тиклем ҡабул итәсәк. Майҙан байрамса биҙәлгән, 140 гирлянда, сағыу прожектор һәм яңы йыл уйынсыҡтары ҡуйылған.

2021-2022 йылдарҙа яңы ғына асылғанда беҙ Рәсәйҙә иң оҙон һырғалаҡтар иҫәбенә индек. 30 декабрҙә тәүге ҡунаҡтарҙы ҡабул итә башлау өсөн барлыҡ көсөбөҙҙө һалабыҙ. Алда ҙур эш көтә. Тәү сиратта, боҙҙо таҙартып, тигеҙләргә кәрәк.

Никита Щемелинин, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары