Өфөлә Башҡортостан Урал аръяғының аҙ билдәле археологик һәм этнографик объекттарына арналған фотоһүрәттәр һәм видеосюжеттар конкурсы еңеүселәре бүләкләнде.
Конкурс «Этностилдәге туризм» проекты сиктәрендә уҙҙы. Уның маҡсаты-республика төбәктәренең уникаль мәҙәни мираҫ объекттары менән халыҡты таныштырыу, тарихи хәтерҙе һаҡлау, тергеҙеү, популярлаштырыу һәм табыш алыу. Иң яҡшы өсәү иҫәбенә Белорет, Ишембай һәм Сибайҙың иҫтәлекле урындарына арналған эштәр инде. Сарала шулай уҡ Урал аръяғы төбәктәрен үҙ эсенә алған этнотуристик маршрут тәҡдим ителде.