Радий Хәбиров Белоретта социаль һәм иҡтисади үҫеш маҡсаттарын билдәләне

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Белорет районына эш сәфәре сиктәрендә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир Флүс Ғәлимовтың ғаиләһе менән осрашты. Төбәк еткәсеһе ете бала тәрбиәләнгән ғаилә ағзаларына Яңы йыл бүләктәрен тапшырҙы. Көн тәртибендә Радий Хәбиров киләһе йылға асыласаҡ Көрәш үҙәге төҙөлөшө һәм Урал пружина зводы эшмәкәрлеге менән танышты. Муниципалитет үҫеше менән бәйле ултырышта төбәк башлығы өҫтөнлөклө маҡсаттарҙы билдәләне. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.

Балаларға иғтибар менән. Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла хәбәрһеҙ юғалған яугир Флүс Ғәлимовтың ғаиләһе менән осрашты. Алғы һыҙыҡта хәрби бурысын үтәгән ватан һаҡсыһының яҙмышы март айынан билдәһеҙ булған.Суд ҡарары буйынса Флүс Ғәлимов һәләк булған тип һанала. Радий Хәбиров ғаилә ағзаларын яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән тәбрикләп балаларға бүләктәр тапшырҙы.

Белоретта яугир тормош иптәше менән ете бала тәрбиәләп үҫтергән. Уларҙың өлкән улы колледжда уҡый, кескәйҙәр балалар баҡсаһына йөрөй.

Радий Хәбиров Белоретта «Көрәш үҙәге» спорт комплексы төҙөлөшө менән танышты. 3 300 квадрат метр майҙанды биләгән комплекста көрәш залдары, заманса трибуналар ҡаралған. Спорт секциялары өсөн майҙандан тыш бында 50 урынға ҡунаҡхана ла төҙөлә. Яңы комплекс 2026 йылдың сентябрендә асыласаҡ.

«Урал пружиналар заводы»нда тимер сымдар һәм пружинанан тимер юлы вагондары өсөн сифатлы ҡоролмалар етештерлә. 2008 йылда асылған предприятие үҙ йүнәлешендә Рәсәйҙә алдынғы ойошмалар исемлегендә. Өҫтөнлөклә инвестиция проекты сиктәрендә алдағы биш йылда завод майҙанын киңәйтеү, урындағы халыҡҡа яңы эш урындары булдырыу күҙаллана.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Белорет районына эш сәфәрендә муниципалитет үҫеше менән бәйле ултырыш та үткәрҙе. Район етәкселеге һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙа төбәк етәксеһе өҫтөнлөклө маҡсаттарҙы билдәләне. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам һорауҙары артабан да төп йүнәлеш булып ҡала.

Радий Хәбиров Белорет районы предприятиелары эшсәндәренә, ирекмәндәргә, йәмәғәт эшмәкәрҙәренә рәхмәт белдерҙе. Йылдам үҫешкән биләмәлә социаль объекттар төҙөлә, урындағы халыҡ өсөн эш урындары булдырыла, алғы һыҙыҡтағы яҡташтар өсөн гуманитар ярҙам даими оҙатыла.

Флорида Миһранова