Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы Башҡортостандың тышҡы иҡтисади стратегияһын юғары баһаланы. Республиканың был йүнәлештә эш тактикаһы федераль повестка менән бергә алып барыла. Һөҙөмтәлә республика Халыҡ-ара аренала Рәсәй мәнфәғәттәрен ҡеүәтләүсе әүҙем агентҡа әйләнде. Республиканың Евразия үҙәктәренең береһе булараҡ күрһәтелеүе лә ышаныслы партнерлыҡ булдырыуға этәргес. Шулай уҡ Төбәк башланғыстарының Дөйөм милли өҫтөнлөктәргә ҡороп эшләнеүе лә-уңыш күрһәткесе. Тажикстандағы проект та Евразия интеграцияһын тәрәнәйтеүгә булышлыҡ итә.