Тәтешле районындағы төнгө аварияла 4 кешенең ғүмере өҙөлгән

Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Борай- Иҫке Балтас-Көйәҙе юлында «ГАЗель» менән «Лада Гранта» бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе һәм уның өс пассажиры-өс ир-ат һәм бер ҡатын табиптар килгәнгә тиклем урында уҡ һәләк була. «ГАЗель» водителе һәм уның пассажиры төрлө ауырлыҡтағы йәрәхәттәр менән яҡындағы дауаханаға алып киләләр.

Рәсәй тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин Салауатта автобус ҡатнашлығындағы аварияны контролгә алды. Йәкшәмбе теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында өс кеше, шул иҫәптән ике бала зыян күргән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Ишембай-Салауат маршрутының 64 йәшлек водителе идара итеүҙе юғалтып, юл ситендәге ағасҡа барып бәрелгән. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, Салауат ҡала дауаханаһына һалынған өлкән пациент тотороҡло хәлдә һәм операцияға әҙерләнә. Ике йәш пассажир балалар дауаханаһына оҙатылған. Тәфтиш комитеты осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.