Башҡортостан милли китапханаһында мәғрифәтсе, шағир Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тулыу уңайынан күргәҙмә асылды.
Экспозияла әҙиптең тормош юлына һәм бай йөкмәткеле ижадына бағышланған яҙмалар һәм китаптар урын алды. Сығышы менән Тәтешле районынан булған ғалим һәм шағир Ғәли Соҡорой 17 йәшенән әҙәби ижад менән шөғөлләнгән. Фарсы, ғәрәп, төрки телдәрен яҡшы белгән мәғрифәтсе йөҙҙән ашыу әҫәр ижад иткән. Беҙҙең көндәргә уның 10-дан ашыу китабы һәм бер нисә тиҫтә ҡулъяҙма әҫәре килеп еткән. Ғәли Соҡоройҙоң иң ҙур эше уның шәжәрәһе-Табын ҡәбиләһе шәжәрәһенә бағышланған.