Баймаҡта Йолалы ауылы тарихына арналған яңы китап тәҡдим ителде

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Фәйзулла Сарин менән Сәрүәр Иҙелбаева авторлығында сыҡҡан «Тарих һаҡлай Йолалы» китабының исем туйы үтте.

Баймаҡтың һәр ауылына арналған тарихи китаптар донъя күреп тора. Был юлы 89 йәшен билдәләгән Аҡһаҡал, хеҙмәт ветераны Фәйзулла Сарин һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәрүәр Иҙелбаева авторлығында сыҡҡан «Тарих һаҡлай Йолалы» китабының исем туйы үтте. Сарала ошо ауылда тыуып үҫкән, яҙмыштары, нәҫел ептәре бәйле булған яҡташтар ҡатнашты.

Йолалы-ҡасандыр ата-бабаларыбыҙ төйәк иткән, Ирәндек тауы битләүендә урынлашҡан ҙур ауыл була. Әммә ул юҡҡа сыҡҡан. Ауылдың тарихи бай үткәнен бер урынға туплаған китап, оло быуын вәкилдәренең хәтирәләренә, яҙмаларына һәм архив материалдарына нигеҙләнеп яҙылған.

«Тарих һаҡлай Йолалы» китабының исем туйында ҡатнашыусылар атай-олатайҙары, ата-әсәләре тураһында хәтирәләре менән бүлеште. Заманында Йолалының фиҙаҡәр халҡы алһыҙ-ялһыҙ эшләп Бөйөк Еңеүгә, мәғдән сығарыуҙа тос өлөшөн индерә. Шуға күрә лә авторҙар ауылдың ер-һыу атамаларын, тарихын тергеҙеп, киләһе быуынға еткереүҙе маҡсат итеп ҡуйған.

Сәриә Әминева