Йыл һөҙөмтәләре һәм киләсәккә маҡсаттар. Радий Хәбиров йылдың һуңғы оператив кәңәшмәһендә башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны һәм алда торған бурыстарҙы билдәләне. Башҡортостан башлығы белдереүенсә, финанс ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, республика иҡтисади тотороҡлоҡто һаҡлап, социаль йөкләмәләрҙе үтәп килә. 2025 йылда Рәсәйҙә яңы милли проекттар старт алған, Башҡортостанда уларҙы тормошҡа ашырыу уңышлы башланған. Әммә проблемалы, ныҡлы иғтибар талап иткән өлкәләр ҙә бар. Эш һөҙөмтәләре һәм бурыстар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Башҡортостанда һуңғы алты йыл эсендә инвестициялар йәлеп итеү 72 процентҡа артҡан, быйыл 9 айҙа республика иҡтисадына 445 миллиард һумға яҡын инвестиция йәлеп ителгән. Башҡортостан был күрһәткес буйынса иң алдынғы төбәктәр исемлегенә инә. Республика шулай уҡ кластерҙар үҫеше буйынса ил төбәктәренең милли рейтингында беренсе урын биләй. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә 104 кластер иҫәпләнһә, уларҙың 25-е Башҡортостанда.
Башҡортостан башлығы һаулыҡ һаҡлау тармағына, айырыуса беренсел медицинаны үҫтереүгә ныҡлы иғтибар бирелеүен билдәләне. Шул уҡ ваҡытта дауалау учреждениелары заманса ҡоролмалар менән йыһазландырыла.
Мәғариф өлкәһенә килгәндә, иң күләмле төҙөлөш тип халыҡ-ара студенттар кампусын атарға мөмкин, объектты сафҡа индереү планға ярашлы алып барыла. Радий Хәбиров кампусты ваҡытында файҙаланыуға тапшырыу бурысын ҡуйҙы.
Башҡортостанда спортты үҫтереүгә ныҡлы иғтибар бирелә, республика спорт ҡоролмалары буйынса илдә алдынғы урынды биләй. Был үҙ сиратында спорт менән шөғөлләнеүселәрҙең һанын арттырыуға килтерә.
Коммуналь инфраструктураға килгәндә, 2027 йылға тиклем тармаҡты яңыртыуға 4 миллиард һумдан ашыу финанс бүленә. Быйыл бөтәһе 30-ға яҡын объект төҙөлгән һәм төҙөкләндерелгән. Әммә системала проблемалар ҙа етерлек.
Радий Хәбиров республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға иң һөҙөмтәле ярҙам саралары индерелеүен билдәләне. Ошо маҡсатта 31 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. был йүнәлештәге эшмәкәрлек артабан да дауам итәсәк. Башҡортостан башлығы оператив кәңәшмәлә яңы йылда хәүефһеҙлек талаптарын үтәүгә айырым иғтибар биреү кәрәклеге тураһында ла иҫкәртте.
Бөгөн 2025 йылдағы һуңғы оператив кәңәшмә. Алда оҙайлы яңы йыл каникулы. Радий Хәбиров министрлыҡ-ведомство етәкселәренә, муниципаль берәмек башлыҡтарына хәүефһеҙлек талаптарын теүәл үтәргә, ғәҙәттән тыш хәлдәргә юл ҡуймаҫҡа ҡушты. Сөнки тап байрамдар мәлендә янғындар, юл фажиғәләре, коммуналь авариялар һаны арта. Яңы йыл кәйефен боҙмаҫ өсөн аңлатыу эштәре алып барыу, уяулыҡты юғалтмау мөһим, тине Башҡортостан башлығы.
Р.Кәримова