Радий Хәбировтан башҡортса йәнһүрәттәр сығарыуҙарын һораған биш йәшлек Солтанморат анимация студияһы менән танышты. Яңы йыл алдынан экскурсияны «Муха» студияһы директоры Артур Абдрахманов менән рәссам-карикатурист Камил Буҙыҡаев үткәрҙе. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.
Өфөлә йәшәүсе 5 йәшлек Солтанморат Радий Фәрит улы менән тура бәйләнеш барышында республика етәксеһенә башҡортса йәнһүрәт һорап мөрәжәғәт иткәйне. Башҡортостан башлығы малайға был ижади, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы процесс менән таныштырырға вәғәҙәләне.
Әйткән һүҙ-атҡан уҡ. Йәнһүрәт донъяһына сәйәхәт оҙаҡ көттөрмәне. Яңы йыл алдынан, һәр кем мөғжизә көткән мәлдә бәләкәй Солтанмораттың хыялы тормошҡа ашты.
«Муха» анимация студияһы тотош илгә билдәле. Бында клиптар, сериалдар һәм нәфис фильмдар өсөн компьютер графикаһы эшләнә, йәнһүрәттәр төшөрөлә. Солтанморатты ижади процесс менән таныштырыу тауыш яҙҙырыу студияһынан башланды. Микрофонды төшөртөп, ултырғысҡа баҫып шиғыр һөйләргә лә йыйынғайны ул. Әммә камералар алдында ҡаушап ҡалды, ахыры... Малайҙарҙы бит нығыраҡ машиналар ҡыҙыҡһындыра.
Йәнһүрәттәр өсөн персонаждарҙы төшөрөү-уларға үҙҙәренә генә хас булған һыҙаттар булдырыу, характерын формалаштырыуҙы, төҫтәр һайлауҙы күҙ уңында тота. Унан һуң анимация эше башлана. Был этапта махсус костюмдар ярҙамға килә..
Әле «Муха» студияһы «Салауат вариҫтары» анимация фильмы өҫтөндә эшләй. Ул легендар комдив Миңлеғәле Шайморатовҡа бағышланған.
«Салауат вариҫтары» быға тиклем донъя күргән «Төнъяҡ амурҙары» йәнһүрәтенең дауамы булып тора. Солтанморат тәүгеләрҙән булып тулы метражлы фильмдың өҙөгөн күрҙе.
Йәнһүрәт донъяһына сәйәхәт Солтанморат өсөн тылсым, байрамсә кәйеф өҫтәне. Башҡорт йәнһүрәттәренең тоғро дуҫы үҫеп еткәс «Муха» студияһына эшкә килергә тигән тәҡдим һәм Ҡыш бабайҙан бүләк тә алды.
Әлфинә Килдейәрова