Салауат театры «Ҡар королеваһы» әкиәте менән балаларға Яңы йыл тылсымын бүләк итте

Республика район-ҡалаларында социаль шыршылар үтә. Салауат башҡорт дәүләт драма театры кескәй тамашасылар өсөн Кристиан Андерсендың киң билдәле «Ҡар королеваһы» әкиәтен сәхнәләштерҙе. Ижади коллектив 2008 йылдан алып «Театр-инвалид-балаларға» тип исемләнгән хәйриә акцияһында ҡатнаша. Быйыл да салауаттар балаларға Яңы йыл тылсымын бүләк итте.

Ата-әсәләр театр коллективына рәхмәт белдереп, үҙенсәлекле балаларҙы йәмғиәткә яраҡлаштырыу мөһимлеген билдәләне. Улар бындай осрашыуҙар социаль күнекмәләрҙе үҫтерергә булышлыҡ итә тигән фекерҙә.«Ҡар королеваһы» әкиәте ҡышҡы каникул тамамланғансы дауам итә.