"Салауат Юлаев" бөгөн "Мишкопад" тигән хәйриә акцияһын уҙғара

"Өфө-Арена"ға килеүселәрҙең йомшаҡ уйынсыҡтары һатып алыу мөмкинлеге бар. Осрашыуҙан һуң уларҙы боҙға ташлайҙар. Уйынсыҡ һатыуҙан алынған аҡса ауыр сирле балаларҙы дауалауға йүнәлтелә, уйынсыҡтар иһә балалар йорттарына һәм мохтаж ғаиләләргә тапшырыла. Бөгөн  юлаевсылар КХЛда даими беренселектә 2025 йылғы һуңғы осрашыуын уҙғара. Минскиҙан "Динамо" менән уйын  сәғәт 7-лә башлана.