2025 йылда Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙамға ҙур иғтибар бирелде. Был турала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе. - Бөгөн Башҡортостанда 54 ярҙам сараһы бар. Уларҙың 11-е былтыр ғәмәлгә ингән. 2025 йылда 4 меңгә яҡын бала сиратһыҙ баҡсаларға ҡабул ителде, 20 меңдән ашыу үҫмер түңәрәк һәм секцияларға бушлай йөрөнө, 26 меңдән ашыу кеше "Ғаилә" үҙәктәренә мөрәжәғәт итте, -тине ул. Башҡоростанда 27 ҡала һәм районда яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам үҙәктәре булдырылған. Киләсәктә улар һәр муниципалитетта асыла. Был бурыс Республика Башлығының шәхси контроленә алынған.