Башҡортостанда яңы йыл байрамдарында 200-ҙән ашыу авария бригадаһы дежур итә

Был мәсьәлә республика хөкүмәтендә ҡаралды. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова белдереүенсә, байрам көндәрендә  1 меңдән ашыу хеҙмәткәр эшләй, 364 машина сығарыла. - Коммуналь хужалыҡ объекттарында авария эҙемтәләрен бөтөрөү, йорт биләмәләрен, ҡыйыҡтарҙы ҡарҙан таҙартыу эштәре тиҙ арала башҡарылырға тейеш, тине премьер-министр  Андрей  Назаров. Башҡортостан һыу торбалары селтәре оҙонлоғо буйынса  Волга буйы төбәктәре  араһында икенсе урында.