Фронтта ла, тылда ла: Башҡортостан бер йоҙроҡ булып еңеүгә бара

Танкистар дошман табынына «ҡыярҙар» әҙерләй. Яугирҙар танктарға снаряд тейәүҙе үҙ-ара шулай тип йөрөтә. Т-80 машинаһы «һый» менән тулғас экипаж сираттағы заданиены ҡабул итә.

Йәшерен позицияларҙа ағас араһынан ҙур техникала йөрөү еңелдән түгел. Механиктан ювелирҙарса оҫталыҡ талап ителә. Модернизацияланған Т -80 танкы тап маневрҙар яһау өсөн ҡулай. Ҡеүәтле, шул уҡ ваҡытта тауышһыҙ ҙа. Башлыса ябыҡ позицияларҙан ут асҡан танктар өсөн тап ошо сифаттар кәрәк тә инде.

Күрмәй атһалар ҙа ҡыйратылмай ҡалған сәп булғаны юҡ, ти танкистар. Был юлы ла улар дошман табынына әҙерләгән «Ҡыярҙарын» теүәл алдарына һалды.

Һуғыш шарттары ябыҡ позицияларҙан атыуҙы талап итһә лә тура наводкаға ла сығабыҙ, ти «Башҡорт» ҡушаматлы яугир. Ҡазан танк училищеһында алған белем һәм махсус хәрби операцияла тупланған тәжрибә менән взвод командиры дуэлдән һәр саҡ еңеүсе булып сыға.

Һәм дуэлдә еңеүҙәр барлыҡ фронт һыҙығында. Ҡыҙыл Лиман, Новопавловка, Орехово-васильевка. Яҡташтарыбыҙ һәр йүнәлештәрҙә лә нацизм ҡалдыҡтарын дөмөктөрә. Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальоны ингән полк быйыл күрһәткән батырлыҡтары өсөн гвардия исеменә лайыҡ булды. Был еңеүҙә яҡташтарыбыҙҙың да өлөшө ҙур.

Юғары кимәл алғас юғалып ҡалырға беҙҙең хоҡуҡ юҡ, ти «Шамсик» ҡушаматлы яугир. Ул да Сибай театр-концерт берекмәһенән бер төркөм ижадташ дуҫтары менән бергә мобилизацияланғайны. Уларҙың махсус хәрби операцияға юлланыуы бар илде хайран ҡалдырҙы. Хәҙер уларҙың яҙмышын бар республика халҡы күҙәтә. Яҡташтарыбыҙ хәрби хәрәкәттәр театрында ла һынатмай һәм төп ролдәрҙе башҡара. Әлбиттә һуғыш шарттарында ла йырһыҙ, бейеүһеҙ мөмкин түгел, ти ил һаҡсылары.

Башлыса Башҡортостан егеттәренән торған полкта тамашасылар ҙа етәрлек. Хәйер, моң өсөн тәржемәсе кәрәкмәй. Хәҙер бында рустар ҙа башҡорт телен өйрәнә башлаған. Йырҙарҙы аңлау өсөн генә түгел, хәрби эштә лә ҡулланыу маҡсатында.

Бына ошондай зирәк, батыр йөрәкле һәм эшһөйәр егеттәр илебеҙҙең киләсәге. Тап ошондай сифаттарға эйә булған яҡташтарыбыҙ Владимир Путин иғлан иткән «Геройҙар дәүере» программаһының дауамы булған «Башҡортостан геройҙары» проектының еңеүселәре тип иғлан ителде. 70 ир-егет идара итеү, етәкселек эшен өйрәнеп төрлө ойошма, предприятие, власть органдарына эшкә урынлаша.

Радий Хәбиров үҙе Рәсәй Геройы Денис Чернавинға остаз. Республика етәксеһе был мөһим проекттан ситтә ҡала алмай. Махсус хәрби операцияға ярҙам итеү, фронттағы егеттәрҙең, тыныс тормошҡа ҡайтҡан яугирҙарҙы хәстәрләү эшен дә шәхси бурысы итеп күрә. Йыш ҡына алғы һыҙыҡҡа уҡ барып етеп яҡташтарыбыҙ менән осрашыуы ла ошоға дәлил. Был сифаттары өсөн яугирҙар Радий Хәбировҡа «Тимер» ҡушаматы бирҙе.

Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡан ветерандар ҙа республика етәкселеге ҡурсалауында. Радий Хәбировтың шәхси контроле контролендә 54 төр ярҙам күрһәтелә. Был макҡсатҡа бүленгән аҡсалар ҙа үткән йылдағынан ике тапҡырға артып 25 миллиард һумға еткән.

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ һүҙҙә генә түгел. Республика дөйөм бер фронт булып махсус хәрби операцияға ярҙам итә. Яңы йыл алдынан ғына Донбасс еренә 170-се үҙәкләштерелгән гуманитар колонна барып етте. Шәхси ылауҙарҙы һынап тораһы ла түгел. Башҡортостандың һәр районы, һәр ауылында тиерлек маскировка селтәрҙәре үрелә, аҙыҡ-түлек әҙерләнә, йылы кейемдәр бәйләнә.

Яралыларҙы госпиталгә алып китеп барған поезды ҡаршыларға сыҡҡан Стәрлетамаҡ халҡы ла тотош илгә дан алды. Вагондағы яугирҙарға аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр, күстәнәстәр тапшырырға теләгән йөҙләгән кеше перронға эркелде. Яугирҙар өсөн дә халыҡ ярҙамы өҫтәмә снарядҡа тиң. Республиканан килгән гуманитар ылауҙы ҡаршы алыу ҙа һабантуйға әйләнә. «Башҡорт» ҡушаматлы танкист өсөн иһә төрлө подразделениеларҙа хеҙмәт иткән ағайҙары менән осрашып алыу мөмкинлеге лә. Ә улар яуҙа бер йоҙроҡ шикелле- бишәү.

А.Кәбиров