Милли үҙенсәлек һәм заманса иҡтисад: Башҡортостан тәжрибәһе

Пилотһыҙ осоу аппараттары, квадроциклдар, һуңғы быуын абсорбенттары. Башҡортостан экспозицияһы Екатеринбургтағы «Иннопром» күргәҙмәһенең үҙәк майҙаны, фәнни-технологик ҡаҙаныштар, иҡтисади ҡеүәт сағылышы булып тора. Был юлы төп асыш-бәләкәй авиация өсөн двигатель. Бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгән тарихи Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә сығарылған заманса двигателдең тәүге өлгөләре уңышлы һынау үтә.

Сит ил аналогтарын алмаштырған продукция өлгөләре генә түгел, тотош предприятиелар сафҡа индерелә. Мәҫәлән, Нефтекамала Рәсәйҙең нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү өсөн юғары технологиялы ҡоролмалар сығарыла башлай. Ә Өфөлә төтөн торбаларын етештереүгә яңы һулыш өрөлә. Башҡортостан торбалары ил баҙарының яртыһын биләй.

Эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлек үҙ һөҙөмтәһен бирә. Һуңғы алты йыл эсендә инвестициялар йәлеп итеү 72 процентҡа артҡан, быйыл 9 айҙа республика иҡтисадына 445 миллиард һумға яҡын инвестиция йәлеп ителгән. Башҡортостан был күрһәткес буйынса иң алдынғы төбәктәр исемлегенә инә. Инвестиция климаты буйынса милли рейтинг Санкт-Петербургтағы иҡтисади форумда иғлан ителде.

Инвестициялар ғына түгел, Башҡортостан кластерҙар үҫеше буйынса ил төбәктренең милли рейтингында беренсе урын биләй. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә 104 кластер иҫәпләнә, уларҙың 25-е Башҡортостанда.

Сәнәғәт һәм иҡтисадтың традицион йүнәлештәренән тыш һуңғы йылдарҙа креатив индустриялар үҫеш ала. Тәү ҡарамаҡҡа ят төшөнсә аҫтында интеллектуаль эшмәкәрлек, ижади ҡараш, зауыҡ сағылышы булған тауарҙар һәм хеҙмәттәр күҙ уңында тотола. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса секторҙы үҫтереүгә 25 миллион һум аҡса йүнәлтеү ҡаралған.

Креатив индустрия һәр кешегә үҙенең һәләте һәм ижады ярҙамында аҡса эшләү мөмкинлеге бирә. Ул төрлө өлкәләрҙе үҙ эсенә ала. Әле республикала махсус мәктәптәр, совет ойошторолған, конкурстар уҙғарыла. Республика етәксеһе креатив индустриялар үҫешен шәхсән контролдә тота. Төбәктә был турала ҡануни документ ҡабул ителгән.

Креатив индустрия- ул үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ ижад емештәрен аҡсаға әйләндереү мөмкинлеге. Һүҙ сәнғәт әҫәрҙәре тураһында ғына түгел, креатив индустрия еңел сәнәғәтте лә, төҙөлөш, дизайн тармағын да, хатта аҙыҡ-түлек, туҡландырыу өлкәһен дә үҙ эсенә ала. Ә иң мөһиме ул милли үҙенсәлекте һаҡлау, рухи-мәҙәни ҡомартҡыларыбыҙға яңы һулыш өрөү сараһы. Мәҫәлән, ошондай ябай ғына аҡыяға тәңкәләр тағыу ҙа, йәки өҫ кейеменә милли биҙәктәр һалыу ҙа уларҙы уларҙы зауыҡлы, заманса әйбергә әйләндерә. Ә әлеге заманда ижади ҡараш, һәләт иң ҡиммәтле ресурс булып тора, киләсәктә ул иҡтисадтың нигеҙенә лә ятырға тейеш.

Р.Кәримова