Ҡағыҙҙа баҫтырылған электрокардиограмманы тотоп табиптан-табипҡа йөрөү тарихта ҡаласаҡ. Сөнки кардиодиспансер, төбәк ҡан -тамырҙары аурыуҙарын дауалау үҙәктәре, ауыл табип -амбулаториялары, фельдшер- акушерлыҡ пункттары һәм быйыл июндә асылған Республика кардиология үҙәге берҙәм һанлы системала эшләй. Йөрәк-ҡан тамырҙарын дауалау һәм операциялар яһау өсөн ҡаралған заманса объект 2019 йылда төҙөлә башлағайны. Ошо маҡсатта республика бюджетынан 10 миллиард һум аҡса бүленгән. Бында сменаһына 320 пациентты ҡабул итергә мөмкин.
Яңы корпуста йөрәккә гибрид операциялар ҙа эшләнә. Быға тиклем Рәсәйҙә был уникаль техника менән операциялар Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Новосибирск ҡалаларында ғына яһала ине.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Өфөлә республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусын асыуҙа видеобәйләнеш аша республика халҡын тәбрикләп, объекттың әһәмиәтен билдәләне.
Һуңғы алты йылда Башҡортостандағы ике меңдән ашыу фельдшер- акушерлыҡ пункттарының биш йөҙө яңыртылған. Райондар араһында был эште теүәлләп килеүселәр бар. Киләһе йыл бөрйәндәр ауылдарҙы фельдшер-акушерлыҡ пунктары менән тәьмин итеүҙе 100 процентҡа еткерергә иҫәп тота.
Яңы пункт күптән түгел Бөрйән районының Ҡотан ауылында сафҡа инде. Урындағы халыҡ уңайлы һәм заманса шарттарҙа беренсел медицина ярҙамы аласаҡ.
Республикалағы беренсел медицинаға иғтибар федераль кимәлдә лә юғары баһаланды. Декабрҙә Асҡын үҙәк район дауаханаһының яңы поликлиникаһын сафҡа индереүгә видеоконференция бәйләнеше аша Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова менән һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко старт бирҙе. 17 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәк поликлиникалағы шарттар ҡаланыҡылар көнләшерлек. Дөйөм алғанда республикала 6 поликлиника асылған, 9 объект ремонтланған.
Тап беренсел медицинаны көсәйтеү ҡатмарлы ауырыуҙарҙы иҫкәртеү сараһы. Сирҙе тәүге стадияһында асыҡлауға 2019 йылдан республика буйлап йөрөгән Сәләмәтлек поездары ла булышлыҡ итә. «Сәләмәтлек поезы»нда ҡан баҫымын, холестерин кимәлен үлсәтергә лә, маммография, флюорография үтергә лә мөмкин.
Быйыл мәҫәлән, 170 мең кеше сәләмәтлек поезы ярҙамында һаулығын тикшерткән һәм 200 кешелә яман шеш табылған. Төбәктә яман шештең һәр икенсе осрағы тәүге стадияһында асыҡлана. «Онкопатруль» медицина проекты буйынса Рәсәйҙең иң көслө табиптары тәжрибә уртаҡлаша. Предприятиеларҙа хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығы тикшерелә, республика район -ҡалаларында табиптар менән консультациялар ойошторола.
Киләсәктә төбәктә күп балалы ғаиләләргә ярҙам саралары дауам итәсәк. Әле Башҡортостанда 72 меңдән ашыу ишле ғаилә иҫәпләнә. Ил етәксеһе лә «Йыл йомғаҡтары»нда күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙе киренән ҡарарға ҡушты.
2025 йылдың 1 ғинуарынан илдә «Ғаилә» милли проектына старт бирелде. Башҡортостан быйыл «Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау» программаһын тормошҡа ашырыуҙы төбәктәр араһында тәүгеләрҙән башланы. Был ваҡытынан алда тыуған сабыйҙар тап ошо программа ярҙамында алынған үпкәне яһалма елләтеү аппараты ярҙамында тын ала. Бындай ҡоролмалар быйыл Республика клиник перинаталь үҙәге, Ҡыуатов исемендәге республика һәм ҡала клиник перинаталь үҙәктәренең бала табыу залдары һәм операция блоктары өсөн һатып алынды.
«Демография» милли проекты буйынса апрель айында республика геронтология үҙәгенең яңы корпусы файҙаланыуға тапшырылды. Корпустың тәүге өс ҡатында ҡарттар һәм инвалидтар йәшәй. Оло быуын вәкилдәре үҙҙәрен яңы өйгә күскәндәй тоя.
Объектта дауалау физкультураһы, тренажер залдары, процедуралар кабинеттары бар. Яңы корпустың үҙенсәлектәренең береһе-60 квадрат метр майҙанлыҡ бассейн.
Башҡортостанда уртаса ғүмер оҙонлоғон 2030 йылға 78 йәшкәсә еткереү күҙаллана. Был күрһәткесте яҡшыртыу йүнәлешендә республика сәләмәт аҙымдар менән атлай.
Рәмилә Исмәғилева