Оҙайлы ямғырҙар, ҡапыл эҫе...Быйыл урып-йыйыу кампанияһы еңелдән булманы. Әммә шуға ҡарамаҫтан ер хужалары үҙенсәлекле рекорд ҡуйҙы, бураларға 3 миллион 800 мең тонна ашлыҡ һалды.
Был һандар артында тырыш хеҙмәт һалған, ауыл уңғандары тора. Улар орден-миҙалдар һәм маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды. Көҙгө ураҡта яҡшы һөҙөмтә күрһәткән Рифат Ильясов өсөн дә Башҡортостан Башлығы ҡулынан «Лада-Нива» автомобиле асҡысын алыу ҙур ғорурлыҡ.
2025 йылғы ураҡ кампанияһында татлы тамыр үҫтереүселәргә лә уңыш йылмайҙы.Төбәктә шәкәр сөгөлдөрөнөң гектар ҡеүәте тәүге тапҡыр 485 центнерға етте.
Уны эшкәртеү заводтары былтырғыға ҡарағанда, бер айға иртәрәк эш башланы. Ысынлап та, рекорд быйыл майлы ғына түгел,татлы ла булды. 2 миллион ярым тонна сөгөлдөр уңышы алынды. Эшкәртеүсе заводтар хатта, март башына тиклем шәкәр етештерергә әҙер.
Сеймал республиканың 6 районы һәм Ырымбур өлкәһенән килтерелә, шәкәр заводы менән 34 фермер хужалығы хеҙмәттәшлек итә.
Ике йыл элек сафҡа ингән заманса йыуыу комплексы хеҙмәт процессын еңеләйткән.
1971 йылда асылған завод тәүлегенә 3000 тонна шәкәр сөгөлдөрө эшкәрткән. Модернизация үткәндән һуң хеҙмәт етештереүсәнлеге ике тапҡырға артҡан. Киләһе ике йылда планда тәүлегенә 8000 тонна татлы тамыр эшкәртеү күҙаллана.
Шишмә шәкәр заводы Волга буйы федераль округының «Йыл экспортеры» конкурсында призлы урындар яулаусы ла. Башҡортостанда етештерелгән шәкәр ҡомо Ҡытай, Көньяҡ Корея, Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстанға, гранулалы жом Ҡытай, Көньяҡ Кореяға экспортҡа оҙатыла.
Әйткәндәй, республикала майлы культуралар уңышы ла былтырғыға ҡарағанда 30 процентҡа артҡан. Көнбағыш, соя, етен, рапс майы сит илдәрҙә ҙур ихтыяж менән файҙалана.
Асҡын районындағы май етештереү заводы тәүге продукцияһын экспортҡа оҙатҡан. Аграрийҙар артабан да хеҙмәттәшлек итеү өсөн ныҡлы күперҙәр ҡора.
Төбәктә малсылыҡ тармағы ла табышлы эшләй. Ике тиҫтәнән ашыу роботлаштырылған заманса мега-комплекстың береһе Илеш районында урынлашҡан. Бында һөт ябыҡ циклда һауыла, сифаты юғары, процесс тулыһынса автоматлаштырылған. Робот тиҙ генән һөткә анализ яһай, малдың һаулыҡ торошо хаҡында мәғлүмәт еткерә.
Комплекста һауын һыйырҙары 1500 башҡа арттырыласаҡ. Был маҡсатта республика тарафынан 1 миллиард һумлыҡ инвестиция проекты хупланған.
2030 йылға төбәктә индустриаль һөт фермалары һаны 50-гә, ә тауар һөттөнөң күләме йылына миллион тоннаға етергә тейеш. Табышлы эшләүсе индустриаль фермаларҙы төҙөргә теләүселәр федераль ярҙам ала алыу мөмкинлегенә эйә.
Башҡортостандың 34 ырҙын табаҡтарында йәмғеһе 4 миллион тонна самаһы иген һәм майлы культураларҙы һаҡларға мөмкин. Аросәнәғәт өлкәһендә тағы ла бер мөһим инвестиция проекты Ҡырмыҫҡалы районында ғәмәлгә ашырылды.Селекция-орлоҡ үҙәге 122 мең тонна ашлыҡҡа иҫәпләнгән. «Урожай» агрохолдингы ивестицияларына төҙөлгән проекттың хаҡы 2 миллиард ярым һум. Элеватор быйыл 4 райондан уңыш ҡабул иткән.
Ауыл хужалығында ниндәй генә проблема, һынауҙар булмаһын, дәүләт уларҙы ярҙамһыҙ ҡалдырмай. Йыл башынан ғына аграрийҙар 11 миллиард һумға ауыл хужалығы техникаһы һатып алған. Башҡортостан баҫыуҙарын юғары етештереүсәнле техника иңләһен өсөн хужалыҡтар ташламалы кредиттар һәм агролизинг менән файҙалана ала.
Ауыл хухалығына белгестәр һәм тармаҡ лидерҙарын әҙерләү көнүҙәк. 2030 йылға студенттарҙың 60 проценты уҡыу йорттарына ингәнгә тиклем үк предприятиелар менән килешеү төҙөргә тейеш.Һөнәри йүнәлеш биреү буйынса «Агросәнәғәт комплексы һөнәрҙәре ҡалаһы» эшмәкәрлеген Башҡортостан Башлығы ла юғары баһаланы.
«Агросәнәғәт комплексында кадрҙар»яңы федераль проектына ярашлы Бүздәк һәм Нуриман райондарында агрокластар асылды. Был кластарҙа уҡыусылар теүәл игенселек алымдары, алдынғы агро һәм биотехнологиялар менән таныша. Тап бында аграр секторға инновациялар индерергә әҙер белгестәр быуыны әҙерләнә.
Заманса лабораторияларҙа һәм кафедраларҙа ғилми тикшренеүҙәр, яңынан-яңы асыштар яһала. Улар хаҡында тиҫтәләгән монографиялар яҙыласаҡ. Ауыл хужалығы йүнәлешендәге юғары уҡыу йорттарына һәм колледжадарға уҡырға инергә ынтылыусы малай-ҡыҙҙар һәм уларҙы юғары технологияларға өйәртеүсе тәжрибәле остаздары булғанда, баҫыуҙарҙа игендәр туҡ башаҡтарын эйәсәк, тимәк халыҡ икмәкһеҙ һәм йырһыҙ ҡалмаясаҡ.
Гүзәл Борханова