Тулҡынландырғыс һәм тарихи мәл. ЮНЕСКОның Парижда үткән 47-се сессияһында «Шүлгәнташ» мәмерйәһендәге сәнғәт ҡомартҡылары бер тауыштан Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде.
Палеолит осоро кешеһе уның һүрәттәрен нисәмә быуаттан һуң да шул тиклем ҡыҙыҡһынып өйрәнеүҙәрен күҙ алдына ла килтерә алмағандыр. 200-ҙән ашыу хайуан һындары һәм геометрик билдәләр. Мәмерйәлә ваҡыт туҡтаған кеүек. Юҡҡа ғына Шүлгәнташты цивилизация бишеге тип атамайҙар. Халыҡ-ара берләшмә музей комплексын төҙөү, мәмерйәнең хәүефһеҙлек системаһын һәм мониторингын ойоштороуҙы юғары баһаланы. Оҙаҡ йылдар дауамында алып барылған ҡатмарлы эшкә быйыл матур нөктә ҡуйылды. Яңы һулыш, үҫеш нөктәһе.
Ғалимдар раҫлауынса, ҡасандыр бында тропиктар, аҡ ҡом һәм диңгеҙ булған. Был урын Ер шарында 300 миллион йыл элек булған ваҡиғаларҙың йылъяҙмаһын һаҡлай. Тау тоҡомдары массивында диңгеҙ хайуандары, тереклектең ҡалдыҡтарын табырға мөмкин. Ғафури районыныдағы «Усолка» һәм «Алыҫ Төлкәҫ» тау киҫелештәре «алтын ҡаҙаҡ»лы булды. Әммә был ябай ғына арт-объект түгел, ул ғалимдарҙың йылдар дауамындағы фәнни эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһе.
Рәсәйҙә «Алтын ҡаҙаҡ» статусы бирелгән тәүге ике объект та Башҡортостанда, өҫтәүенә, Торатау геопаркы биләмәһендә урынлашҡан. Белгестәр өсөн был ысын мәғәнәһендә мәғлүмәт хазинаһы. Ғалимдар геологик дәүерҙәр араһындағы үҙгәрештәрҙе баһалау өсөн тап эталон киҫелештәрҙе өлгө тип ала.
Башҡортостандың туризм өлкәһендәге тағы бер еңеүе оҙаҡ көттөрмәне. Сентябрҙә «Торатау» глобаль геопарктар селтәренә индерелде. Был статусҡа быға тиклем тик бер объект ҡына эйә ине. Ул да булһа Башҡортостандағы Янғантау. ЮНЕСКО глобаль селтәренә инеү-«яңғырауыҡлы исем» алыу ғына түгел.
Шүлгәнташ менән Торатау миҫалында Башҡортостанданда төҙөлгән номинация досьелары грамоталы һәм профессиональ булыуын абруйлы комиссия ағзалары ла билдәләй. Хәҙер шул уҡ юлдан Турахан кәшәнәһен дә Донъя мираҫы исемлегенә индереү буйынса эш алып барыла. Әйткәндәй, Алтын Урҙа осорона ҡараған тарихи ҡомартҡыны быйыл рекордлы 115 меңдән ашыу турист күргән.
Төбәктең әлеге командаһы Башҡортостанды халыҡ-ара кимәлдә танытыуға йүнәлеш алды. Бының өсөн республика эсендәәүҙем рәүештә брендтар булдырыла. Хәҙер улар һәр район-ҡалала бар тиерлек.
Гастрономия фестивалдәренән алып тарихи маскарадтарға тиклем. Бер нисә йыл рәттән Башҡортостан ваҡиғалар туризмы төбәге тип тә танылды. Властарҙың иғтибарын һәм ярҙамын күреп, эшҡыуарҙар глемпингтар аса, республиканың төрлө нөктәләре мәғәнәләр менән тулыландырыла.
Төбәктең туристик тармағы ҡатмарлы һәм сағыу мозаика кеүек йыйыла, унда һәр элемент дөйөм картинаны булдырыуҙа мөһим роль уйнай. Уҙған 12 ай һөҙөмтәһенә ярашлы Башҡортостан Рәсәйҙең туристик йәлеп итеүсәнлек рейтингында 9-сы урынға күтәрелде. Был этнографик маршруттарҙан алып экологик туризмға тиклем төрлө пландағы уңышлы системалы эш һөҙөмтәһе. Башҡортостан үтеп барған йылда донъя атласының ҡыҙыҡлы туристик маршрутында үҙ урынын алды.
Әлфинә Килдейәрова